0%

Ҡунаҡтар ҡаршы алам(шиғыр). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡунаҡтар ҡаршы алам ( шиғыр )
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Ҡунаҡтар ҡаршы алам


Бауырһаҡ бешереп алдым,
Минең һалмам да әҙер,
Ҡунаҡтар ҙа көттөрмәҫтәр,
Килерҙәр инде хәҙер.
Ап-аҡ япманы матурлап
Өҫтәлгә ҡуям ябып,
Өс ҡәнәфер ултыртам,
Бәлләүер һауыт табып.
Сәнскене һалам һулға,
Бысаҡ, ҡалаҡты — уңға,
Таҙа таҫтамалдар булһа,
Әйтерҙәр, хужа — уңған.
Ҡунаҡтар ҡаршы алам
Әсәйем менән бергә.
— Әйҙүк, — тимен дуҫтарыма
Әйҙә, уҙығыҙ түргә!
 
 


2006 йыл